Рәсәй ҡалаларында кешеләрҙе Украинаға баҫып кереүгә ҡаршы протест акцияларында ҡатнашыуҙары өсөн тоталар, СИЗО-ларҙа һәм колонияларҙа сәйәси тотҡондар ҡала килә, ә Юғары суд ЛГБТ-кешеләрҙе экстремист хәрәкәте ҡатнашыусылары тип таный. Ҡулға алыныусыларҙы һәм тотҡондарҙы алама шарттарҙа тоталар, шуға уларға «иректән» ярҙам кәрәк. Был инструкцияла беҙ төрлө ойошмаларға тапшырыуҙарҙы дөрөҫ итеп әҙерләү тураһында һөйләрбеҙ.
ГЛОССАРИЙ
Спецприемник. Эске эштәр министырлығының идаралығында тора, суд аша административ арест билдәләгәнләрҙе тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Тотолған кешеләр судҡа тиклем полиция бүлегендә ҡала.
ИВC (ваҡытлыса тотоу изоляторы). Шулай уҡ эске эштәр министырлығына бәйле, тик енәйәт эшендә ғәйепләнеүселәрҙе, әлегә яза бирелмәгән кешеләрҙе тоталар.Спецприемниктарҙа урын булмаһа, административ тотҡондарҙы ИВС-ҡа ултыртыуҙары мөмкин.
СИЗО (тәфтиш изоляторы). Бында, ҡулға алыу ҡарары сығарылғандан һуң, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән кешеләрҙе урынлаштыралар. СИЗО-ла тотҡондарҙы ябыҡ камераларҙа тоталар. Учреждение ФСИН-ға ҡарай.
ШИЗО (штраф изоляторы). ФСИН учреждениеһының айырым бүлеге, тороу режимын боҙоусыларҙы тоталар. Бында ҡулға алынғандарҙың хоҡуҡтарын нығыраҡ сикләйҙәр.
ПКТ (камера төрөндәге бүлмә). Колонияның айырым бүлеге, тотоу шарттары ШИЗО-ға ҡарағанда ҡатыраҡ. Режимды ҡаты боҙоусыларҙы шунда ебәрәләр.
ТАПШЫРЫУ — НИМӘ УЛ?
Тапшырыуҙар — тотҡонға тапшырыла торған аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар. Улар кәрәкле, сөнки МВД һәм ФСИН учреждениеларында закон буйынса бирелгән нормативтарҙы гел генә үтәп бармайҙар — мәҫәлән, гигиена әйберҙәрен кәрәкле күләмдә бирмәйҙәр, һыу һәм етерлек кимәлдә ашарға яраҡлы аҙыҡ менән тәьмин итмәйҙәр.
Тапшырыуҙы һәр бәлиғ (18 йәшкә еткән кеше) башҡара ала — туғанмы, юҡмы — мөһим түгел. Бер кеше көнөнә бер генә тотҡонға тапшырыу эшләй ала.
Тапшырыуҙы ҡәтғи рәүештә координацияларға кәрәк, сөнки уларҙың айлыҡ ауырлыҡ күләме сикле, ә ҡайһы бер колонияларҙа тапшырыуҙар һанына сикләүҙәр бар. Быны тотҡондоң яҡын туғандары йә ярҙам төркөмө күҙәтеп тора бара.
Әгәр һеҙ кешегә туған булмаһағыҙ, зинһар өсөн, тапшырыуҙы уның яҡындары, адвокаттары йә ярҙам төркөмө ризалығы менән генә эшләгеҙ. Әгәр нимәнелер ризалыҡһыҙ тапшырһағыҙ, икенсе кешенән тапшырыуҙы ҡабул итмәүҙәре ихтимал.
Дөйөм тапшырыу ҡағиҙәләре ҡулланмаған осраҡтар ҙа була:
- тәрбиә колонияларының тотҡондары өсөн (бәлиғ булмағандар өсөн)
- ШИЗО һәм ПКТ-ла булған тотҡондарға (сикләүҙәр бар)
- һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, йөклө һәм имсәк балалары менән булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн (йомшартыуҙары бар)
- аслыҡ тотҡан тотҡондарға (махсус туҡланыу кәрәк)
ТАПШЫРЫУҘАР БЮРОҺЫ
Тапшырыуҙар бюроһы — учреждение эсендәге бәләкәй бүлмә, унда тапшырыу эшләргә мөмкин. Барғанға тиклем ойошманың сайтында эш сәғәтен ҡарау яҡшыраҡ булыр.
Үҙегеҙ менән алырға кәрәк:
- паспорт
- ручка
- тапшырыу өсөн әҙерләнгән аҙыҡ һәм кейем-һалым
- ҡағыҙҙа баҫылған ғариза бланкыларын (урында уҡ алырға мөмкин, үҙегеҙ менән алыу яҡшыраҡ булыр)
- бәләкәй полиэтилен пакеттар — ниҙер бушатырға кәрәк булһа
- тапшырыуҙы тотҡонға бирә торған бер-ике ҙур пакет
- шыйыҡсалар өсөн үтә күренмәле пластик шешәләр һәм ҡуйыраҡ аҙыҡ өсөн үтә күренмәле пластик контейнерҙар
Тапшырыуҙар бюроһында сираттар бармы?
Ҡайһы бер учреждениеларҙа алдан электрон сиратҡа яҙылыр өсөн ФСИН.Окно тигән сервис эшләй. Тере сират аша тапшырыу эшләү ярты сәғәттән өс сәғәткә тиклемге ваҡыт ала. Төрлө ерҙә сират ҡағиҙәләре төрлөсә: ҡайҙалыр сират электрон вариант менән йәнәш бара; ҡайҙалыр иртәнсәк электрон сиратты ҡабул итәләр, а һуңынан — тере сиратты.
АДМИНИСТРАТИВ ҠУЛҒА АЛЫУ ҺӘМ СПЕЦПРИЕМНИК
Кешене тотҡандар һәм автозакка ултыртҡандар
Протест акциялары барғанда полиция хеҙмәткәрҙәре автозактың ҡулға алынған кешеләр менән тулыуын көтә — ә был сараның бер-нисә сәғәт дауам итеүе ихтимал. Кешене полиция бүлегенә алып барғансы, уға автозакка һыу, туҡлыҡлы батончиктар, пауэрбанк, зарядка сымдары һәм адвокаттарҙың контакттарын тапшырып ҡарарға мөмкин. Уның өсөн полицейскийҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, әммә әйберҙәрҙе тапшырырҙармы-юҡмы икәне уларҙың теләгенән һәм һеҙҙең ныҡышмалылығыҙҙан тора.
Кешене ОВД-ға йә судҡа килтергәндәр
Ҡайһы берҙә судҡа йә полиция бүлегенә төрлө һылтауҙар менән килгән кешеләрҙе индермәйҙәр. Шуға судта (административ эштәр буйынса) тапшырыуҙы төшөп алыр өсөн адвокатты саҡырырға кәрәк, ә ОВД-ла — бүлектәге дежур кеше менән һөйләшергә.
Әгәр ОВД-ла тапшырыуҙы ҡабул итмәһәләр, ошо документтарға һылтанырға мөмкин:
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарының 20-се пункты, 2012 йылдың 16 апреленән;
- ошо ҡарарға ҡушымта № 4.
Әгәр һеҙ тотҡондоң исем-шәрифтәрен (ФИО) белһәгеҙ, ҡулығыҙҙа паспорт булһа һәм ҡабул итеү сәғәттәрендә килһәгеҙ (ғәҙәттә 10:00–18:00, 13:00–14:00 сәғәттә төшкө ашҡа тәнәфес менән), һеҙҙән тапшырыуҙы ҡабул итергә тейештәр.
Әгәр һеҙ ҡабул итеү сәғәттәрендә килмәһәгеҙ, дежур хеҙмәткәр менән һөйләшеү талап ителә. Йыш ҡына улар, үҙҙәренең бүлегендә бер нисә тиҫтә ас кешеләрҙе тотҡолары килмәү сәбәпле, тапшырыу эшләргә рөхсәт бирә.
Күмәк акциялар ваҡытында һаҡсыларҙы ҡулға алынғандарға ебәрмәҫ өсөн полицейскийҙар йыш ваҡытта «Крепость» планын иғлан итәләр. Бындай осраҡта тапшырыу эшләп булмай тиерлек. Шулай ҙа, «Крепосты» ныҡышмалылыҡ менән: күп шылтыратыуҙар һәм дежур исеменә ялыуҙар яҙып йырып сығырға мөмкин. Шулай уҡ муниципаль депутаттарҙан, адвокаттарҙан һәм ОНК (йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары) ағзаларынан ярҙам һорарға була. Уларҙы үткәреүҙәренең ихтималлығы ҙур түгел, шулай ҙа ҡайһы берҙә килеп сыға.
Кешене спецприемникка урынлаштырғандар
Ҡулға алғандан һуң кешене спрецприемникка алып баралар. Ул унда 30 тәүлеккә тиклем буласаҡ. Тапшырыу ҡағиҙәләре приемникка ҡарап төрлө булыуы ихтимал, шуға уларҙы учреждениеның сайтында асыҡларға кәрәк. Ҡулға алыныуҙың бөтөн дауамындағы тапшырыуҙарҙың дөйөм ауырлығы — 30 килограмм, был ваҡыт эсендә тапшырыуҙарҙың һаны сикһеҙ.
Нимә тапшырырға мөмкин:
- туралған икмәк
- сушкалар һәм кәтермәс (сухари)
- перәниктәр
- печенье һәм алкоголь эстәлекһеҙ кәнфиттәр
- ҡаты сыр һәм ыҫланған колбаса
- һыу
- гигиена әйберҙәре: теш щеткаһы һәм пастаһы, ҡоро һәм дымлы салфеткалар (спиртһыҙ), бәҙрәф ҡағыҙы
- дарыуҙар (тик спецприемник табибы рецептары буйынса)
- коврик-пенка
- юрған һәм йоҡо тоғо
- китаптар
- ҡағыҙ, ручка (күк йәки ҡара черналалар менән), конверттар һәм маркалар
- эш материалдары
СУДҠА ТИКЛЕМ ҠУЛҒА АЛЫУ ҺӘМ СИЗО
СИЗО-ла айына 30 килограмм тапшырырға мөмкин — ябай тапшырыуҙар ҙа, интернет-магазин аша эшләнгән заказдар ҙа иҫәпкә инә. Тотҡондоң үҙ аҡсаһына алынған тауарҙар һәм посылкалар һаналмай, тик посылкаларҙың ауырлығы сикле.
Тотҡон (ир заты) 50 килограммға тиклем үҙ кейемен һәм аҙығын һаҡлай ала (документтар һаналмай). Ҡатын-ҡыҙҙарға лимит — 30 килограмм. Йөклө һәм СИЗО-ла өс йәштән кәмерәк балалар менән торған ҡатын-ҡыҙҙарға сикләүҙәр юҡ.
Ҡайһы берҙә провокаторҙар тотҡондоң лимитын бөтөрөр өсөн, уға файҙаһыҙ әйберҙәрҙе махсус рәүештә тапшыралар. Бындай осраҡтарҙа тотҡон тапшырыуҙан яҙма рәүештә баш тарта ала.
СИЗО-ла күп әйбер булыуы уңайһыҙ икәнен аңлау мөһим. Беренсенән, унда һаҡлау урындары юҡ тиерлек. Икенсенән, кешене колонияға оҙатһалар, әйберҙәрҙе күсереү ҡатмарлы буласаҡ. Өсөнсөнән, колонияла уларҙы тартып аласаҡтар һәм складҡа һаҡланырға ебәрәсәктәр. Урламаһалар ҙа, тотҡонлоҡ ваҡытында улар сереп бөтәсәк.
Нимә тапшырырға ярамай?
Бөтә тапшырыуҙы ентекләп ҡарайҙар. Ризыҡтарҙы асыуҙарына һәм үтә күренмәле пакеттарға бүлеп һалыуҙарына әҙер булығыҙ.
Тыйылған ризыҡтарҙың исемлеге тапшырыуҙар бюроһында йә учреждение сайтындағы стендта эленеп торорға тейеш. Унан башҡа, һәр СИЗО-ла устав һәм «етәкселек бойороҡтары» бар. Ниндәйҙер ризыҡты йә кейемде үткәреүе-үткәрмәүе урындағы конкрет хеҙмәткәрҙән тора.
Шулай уҡ байтаҡ учреждениеларҙа ваҡытлыса сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, йәйге көндәрҙә тиҙ иҫкерә торған ризыҡтарҙы тапшырырға ярамай, сөнки камераларҙа һәм барактарҙа һыуытҡыстар һәр ваҡыт булмай.
Тыйылған ризыҡтар
- ғүмергә һәм һаулыҡҡа ҡурҡыныс янаған йә енәйәт ҡоралы булараҡ ҡулланыу ихтималлығы булған предметтар, матдәләр һәм аҙыҡ-түлек (мәҫәлән, бысаҡтар һәм зажигалкалар)
- бешереү талап иткән аҙыҡ-түлек (ҡайнар һыу менән әҙерләнә торғандарҙан башҡа)
- өйҙә яһалған консервалар
- йомортҡа
- соустар
- еләк, ҡарбуҙ, ҡауын, ананас, бәшмәк
- тимер һәм быяла һауыттағы ризыҡ
Нимә тапшырырға ярай?
Аҙыҡ-түлек
- йыуылған һәм киптерелгән эре төшһөҙ емеш-еләк — алма һәм грушалар, бөтә ерҙә лә ҡабул ителмәй торған емеш-еләк: банандар, мандариндар, әфлисундар, лимондар (ҡыш көндәрендә тотҡонға витаминдар етешмәгәнлеген сәбәп итеп ҡабул итеүсе кешене өгөтләп ҡарарға мөмкин)
- йәшелсәләр — башлы һуған, һарымһаҡ, кишер; бөтә ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр: ҡыяр һәм помидорҙар
- киптерелгән төшһөҙ емештәр — өрөк емеше, чернослив, йөҙөм, инжир емеше, финик; ҡабыҡһыҙ сәтләүектәр
- сәй — тик япраҡлы ҡара сәй, өҫтәлгән нәмәһеҙ; пакетлаштырылған сәйҙе бөтөн ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр
- ҡәһүә һәм какао (пакетҡа бушаттырыуҙары ихтимал)
- шаҡмаҡлы аҡ шәкәр
- кәнфиттәр һәм эстәлекһеҙ карамель
- печенье, перәниктар, вафлиҙар — бөтәһе лә эстәлекһеҙ, шәкәр ҡабыҡ менән ҡапланмаған, өҫтәренә бер нәмә лә һибелмәгән булырға тейеш
- кәтермәстәр, сушкиҙар, баранкалар
- икмәк
- шоколад, мармелад
- мюсли һәм өҫтәлгән нәмәһеҙ бутҡалар (пакетҡа бушаттырыуҙары ихтимал)
- тиҙ бешә торған аш, туҡмас, картуф иҙмәләре (борос һәм башҡа аш тәмләткестәрһеҙ)
- сей көйө ыҫланған колбаса (ғәҙәттә киҫелгән килеш, ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтәүләй һорайҙар), бешерелеп ыҫланған колбаса (ҡыш көндәре генә), ыҫланған балыҡ (һөйәкһеҙ), сало — бөтәһе лә вакуумлы һауытта һәм яраҡлыҡ ваҡыты яҙылған магазин наклейкаһы менән
- үтә күренмәле пластик шешәлә һөт (25°C тиклемге температурала 10 көнгә тиклем һаҡлана торған)
- шешә эсендәге эсә торған йогурт, эремсек (барыһы ла өҫтәүҙәрһеҙ, 25°C тиклемге температурала оҙаҡ һаҡлана торған)
- аҡ май, ҡаты сыр (яраҡлыҡ ваҡыты яҙылған фирмалы ҡапта)
- глазурланған сыроктар
- ҡайһы берҙә тетрапак һауытында һут һәм эсемлектәр тапшырырға ризалыҡ бирәләр, шулай ҙа, алдан һорауығыҙ яҡшыраҡ
- шулай уҡ ҡайһы берҙә балыҡ һәм ит консервалары тапшырырға рөхсәт бирәләр
Аҙыҡ-түлек үтә-күренмәле полиэтилен пакеттарҙа йәки яраҡлыҡ ваҡыты яҙылған фабрика ҡабында булырға тейеш. Ҡайҙалыр аҙыҡ-түлектәрҙе барғансы уҡ пластик пакеттарға тултырырға рөхсәт бирәләр, ҡайҙалыр тик тапшырыуҙарҙы ҡабул итеү бюроһы алдында ғына ярай. Әгәр учреждение ҡағиҙәләрен белмәһәгеҙ, алдан уҡ был эштәр менән булышмағыҙ. Аҙыҡты үлсәп һатып алһағыҙ, унда хаҡы-ауырлығы яҙылған булырға тейеш. Баҙарҙа һатып алһағыҙ, уларҙың ауырлығын айырым яҙып алырға, аҙаҡтан супермаркетта уға яраҡлы наклейка алырға була.
Гигиена саралары тауарҙары
- кер һабыны (тәүге тапҡыр — пластик һабын һауытта)
- бәҙрәф ҡағыҙы
- пластмасса теш щеткаһы (тәүге тапҡыр — пластик футлярҙа) һәм пластмасса һауытта теш пастаһы
- ҡоро һәм дымлы салфеткалар (спиртһыҙ)
- шампунь, душ өсөн гель, ҡырыныу өсөн гель (үтә күренмәле һауытта йә бушатып була торған шешәлә)
- шариклы дезодорант (аэрозолле булмаған, спиртһыҙ, пластмасса һауытта)
- крем, пластик тюбикта
- кер йыуырға пластик таз
- резина бирсәткәләр
- һауыт-һаба йыуыу өсөн губкалар
- үтә күренмәле һауытта һауыт-һаба йыуыу саралары
- йыуғыс
- таҫтамал (ҡабул итмәүҙәре ихтимал)
- аҡ түшәк-маҙар — ике простыня һәм мендәр тышлығы (ҡабул итмәүҙәре ихтимал)
- тырнаҡ ҡырҡҡыс (төртә-киҫә торған булмаған)
- бер тапҡыр ҡуллана торған ҡырынғыстар
- тараҡ
- ҡатын-ҡыҙҙарға — прокладка һәм тампондар (СИЗО-ла уларҙы әҙ бирәләр)
Кейем-һалым
Яраған кейем-һалымдың исемлеге эске тәртип ҡағиҙәләренең ҡушымталарында була. Ғәҙәттә, һүрәтле һәм логотиплы, камуфляжлы, шнурлы һәм эләктергесле кейемдәрҙе тапшырттырмайҙар. Кейемдең кәрәкле ҙурлығын белмәһәгеҙ, ҙурырағын алырға тырышығыҙ.
- трусиктар, ойоҡтар
- термокейем
- футболкалар
- свитерҙар
- спорт кейеме
- ыштандар, джинсылар
- супинаторһыҙ, шнурокһыҙ һәм тимер набойкаһыҙ аяҡ кейемдәре, мәҫәлән, йәбешмәле кроссовкалар
- резина тапочкалар
- куртка
- шапка
- йөнлө бирсәткәләр йә бейәләйҙәр
- әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн ҙур сумка
- ҡолаҡ ҡаплаусы нәмәләр (беруши), йоҡо маскаһы (СИЗОла көнө буйы яҡты һәм шаулы булыуы ихтимал)
Тағы ла нимә ярай?
- һыу ҡайнатҡыс, 0,6 кВтҡа тиклем көслө (ҡайһы бер СИЗОларҙа тик үҙҙәренә генә билдәле ҡайнатҡыстар йә пластик сәйнүктәр ҡабул итәләр, алдан һорашыу дөрөҫөрәк булыр)
- тәмәке — тотҡон тартмаһа ла, улар алмаштырыу өсөн яраҡлы валюта булараҡ кәрәк буласаҡ (ҡайҙалыр пачкалары менән ҡабул итәләр, икенсе урында уларҙы ҡаты пакетҡа бушатыу талап ителәсәк — был осраҡта, ул пакеттың өҫтөндә генә ятһын һәм һынмаһын өсөн тәмәкене тапшырыу исемлегенең аҙағына яҙыу хәйерлерәк)
- шырпы (пакетҡа бушатыуығыҙҙы һорауҙары ихтимал)
- пластик сынаяҡ, тәрилкә һәм һауыт
- канцеляр тауарҙар — ҡәләм, пружинаһы булмаған күк йәки ҡара ручка, пружинаһыҙ дәфтәрҙәр, ҡағыҙ, маркалы конверттар
- открыткалар, тотҡон яҙып яҡындарына ебәрә алһын өсөн
- ҡағыҙҙа өсөн папка, документтарҙы судҡа һәм кире колонияға йөрөтөр өсөн (тик СИЗОла ярамай)
Тапшырыуҙы алмауҙары ихтималмы?
Эйе. Тотҡондо икенсе учреждениеға күсерһәләр, судҡа йә тикшереү эштәре буйынса ебәрһәләр, карцерға урынлаштырһалар, рөхсәт ителгән лимитҡа инмәһә, тапшырыуҙы алмаясаҡтар.
Посылканы нисек ебәрергә?
Посылкала, тиҙ боҙола торған аҙыҡтарҙан башҡа, тапшырыуҙа яраған бөтә аҙыҡ-түлекте ебәрергә мөмкин. Уның өсөн почта бүлексәһенән кәрәкле ҙурлыҡтағы ҡап һатып алырға, кейемдәрҙе һәм аҙыҡтарҙы шуға һалып, тапшырыу эшләү бланкыһын тултырып ебәрергә кәрәк. Посылкалар тапшырыуға ҡарағанда оҙағыраҡ бара, шуға СИЗО-ға яҡыныраҡ бүлекте һайларға кәрәк.
Китаптарҙы нисек тапшырырға?
Йыш ҡына изоляторҙарға китаптарҙы посылка менән ебәрергә була, тик ҡайһы бер СИЗО-ларҙа уларҙы OZON сервисы аша ғына еткерергә мөмкин. Уның өсөн китаптарҙы корзинаға һалырға, алыусының ФИО-һын яҙырға, почта аша илтеүҙе һайларға һәм изолятор адресын билдәләргә кәрәк. Комментарийҙа посылканы еткереүҙе «в бюро передач СИЗО» тип билдәләргә кәрәк. СИЗО-ға барып еткәс, китаптарҙы урындағы китапханаға бирәсәктәр, шунан һуң тотҡон уларҙы ваҡытлыса алып тора аласаҡ.
Унан башҡа, юридик әҙәбиәтте ебәрергә була (Енәйәт-процессуаль кодекс, Енәйәт-башҡарыу кодексы, СИЗО-лағы эске тәртип ҡағиҙәләре һәм башҡалар).
Дарыуҙарҙы нисек тапшырырға?
СИЗО һәм колонияларҙың медицина бүлексәләрендә кәрәкле дарыуҙар булырға тейеш, шулай ҙа улар йыш ҡына етешмәй.
Дарыу һәм витаминдар тапшырыу өсөн, уларҙы учреждение табибы билдәләргә тейеш. Бының өсөн тотҡон үҙенең һаулыҡ менән проблемалары тураһында медицина бүлегенә хәбәр итергә тейеш. СИЗО-ла кәрәкле препараттар булмаһа, врач рецепт бирергә тейеш. Тотҡондоң яҡын кешеләре рецепты тапшырыуҙар бюроһы аша ала.
Медицина тапшырыуҙарының эшләү сәғәттәре икенсе — уларҙы учреждение сайтында йәки тапшырыуҙар бюроһында табып була. Тәртип буйынса, дарыу тапшырыр алдынан телефон аша алдан уҡ яҙылырға кәрәк. Унан башҡа, был тапшырыуҙарҙың үҙенең айырым бланкыһы бар.
Мөһим: дарыу чектарын һаҡлағыҙ.
СИЗО-ла һәр ваҡыт ут ҡабынып торғанғанлыҡтан, кешеләрҙең күҙҙәре боҙола башлай, шуның өсөн уларға күҙлек кәрәк булыуы ихтимал. Төрмәнең күҙ табибы раҫлаған рецебы булһа, күҙлекте тапшырыу аша бирергә була. Күҙлек тә, уның футляры ла тулыһынса пластмассанан булырға тейеш, тимер деталдәрһеҙ.
КОЛОНИЯ
Тотҡондо колонияға күсерер алдынан нимә тапшырырға?
Реаль срокка хөкөм ителгәндәрҙе СИЗО-нан колонияға күсерәләр. Ҡайҙа күсерелгәнен алдан белеп булмай (һүҙ колония-поселение тураһында барһа һәм суд унда үҙаллы барып етергә тигән ҡарар сығарһа ғына белеп була). Колонияның икенсе регионда булыуы һәм күсенеүҙең бер-нисә аҙна дауам итеүе ихтимал. Поезда шарттар ныҡ алама, тығын, буш урын юҡ тиерлек.
СИЗО администрацияһы приговор көскә ингәндән һуң ун көн эсендә кешене этапҡа оҙатырға тейеш. Ошо ваҡыт араһында тотҡонға ни етмәгәнен белеп ҡалырға кәрәк.
Нимә тапшырырға ярай:пластик шешә — поезда бәҙрәфкә сығармаһалар, кәрәк буласаҡ
- дымлы салфеткалар — душта йыуыныу урынына
- йылы кейем, тапочкалар
- тәмәке
- еңел, шулай ҙа тамаҡ туйҙырғыс ризыҡ — тиҙ бешә торған аш, кәнфиттәр, шәкәр, сәй
- бер-ике литр һыу
Тотҡон китап уҡырға яратһа ла, әҙерәк алырға тәҡдим итегеҙ. Улар ауыр, күтәреп йөрөүө уңайһыҙ, бигерәк тә ҡул бығауы булған ваҡытта һәм тикшереүҙәр йыш уҙғарылғанда.
Колонияға нимә тапшырырға?
Колонияларҙа бер тапшырыу йәки посылканың максималь ауырлығы — 20 килограмм, бандеролдеке — биш. Посылка һәм тапшырыуҙар һаны ирҙәр колонияларында режим төрөнән һәм хөкөм ителеү срогын тултырыу шарттарынан тора; ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡында тапшырыуҙарҙың һаны сикһеҙ. Посылкалар лимитын «Открытое пространство» активистары эшләгән таблица буйынса тикшерергә була.
Ғәҙәттә, яраған аҙыҡ-түлектәрҙең комплекты СИЗО-ға ебәрергә яраған комплект менән тура килә (ул турала өҫтәрәк)
Кейем ебәрергә кәрәкме?
Колонияларҙа (колония-поселениеларҙан башҡа) тотҡондарға махсус төрмә кейеме бирәләр — был уларҙың төп кейеме буласаҡ. Шулай ҙа майка, футболкалар, эске кейем, ойоҡ (шул иҫәптән йөн ойоҡ) ебәрергә була.
Аяҡ кейеменә килгәндә, колония хакимиәтенең ниндәйен рөхсәт итеүен алдан әйтеүе ҡыйын. Логотипһыҙ, шнуровкаһыҙ, өҫтәлмәләрһеҙ ҡара тҡҫтәге кроссовкалар булһа, шанстар юғарыраҡ.
Дарыуҙарҙы нисек тапшырырға?
Дарыуҙарҙы колонияның медицина бүлегенә тапшырырға йәки посылка менән почта аша ебәрергә була. Дарыуҙар һәм витаминдар посылкалары йәки тапшырыуҙар дөйөм посылкалар лимитына инмәй, уларҙың айырым лимиттары бар. Тотҡон ауырып китһә, өҫтәлмә лимиттан артыҡ дарыуҙар ҡабул итә ала. Нимәне һәм ниндәй күләмдә тапшырырға ярағанын табиптар комиссияһы, колонияның йәки колония дауаханаһының дауалаусы табибы хәл итә.