Үҙеңде нисек яҡларға?

Беҙ был битте һәм ундағы хоҡуҡи инструкцияларҙы Рәсәй республикаларының һәм элекке СССР илдәренең 18 милли телдәренә тәржемә иттек. Беҙ һәр кемдең дә үҙ хоҡуҡтары тураһында туған телендә уҡырға хаҡы бар, тип ышанабыҙ. Киләсәктә беҙ тағы ла күберәк инструкцияларҙы күберәк телдәргә тәржемә итергә теләйбеҙ. Әгәр ҙә был эш һеҙҙең өсөн мөһим күренһә, зинһар, беҙгә ярҙам итегеҙ. Был беҙгә тәржемәселәр эше өсөн түләргә мөмкинлек бирәсәк. Йәки волонтер булығыҙ: бының өсөн беҙҙең ботты асып, унда /start төймәһенә баҫырға һәм анкета тултырырға кәрәк.

Ярҙам итеү

Ирекмән булыу

Беҙ сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙең хәүефтәрен һәм эҙемтәләрен кәметергә ярҙам итеүсе инструкциялар һәм сервистар йыйҙыҡ. Әгәр һеҙҙең һорауҙарығыҙ йә иҫкәрмәләрегеҙ бар икән, беҙҙең почтаға яҙығыҙ [email protected]

Проект тураһында 

ОВД-Инфо–бойондороҡһоҙ хоҡуҡ һаҡлау медиапроекты. Уның маҡсаты — Рәсәйҙә сәйәси мотив буйынса эҙәрлекләүҙәрҙе тулыһынса туҡтатыу. Бының өсөн беҙ протест акцияларында ҡулға алыуҙар һәм башҡа сәйәси репрессия осраҡтары тураһында мәғлүмәт йыябыҙ һәм баҫтырып сығарабыҙ, ҡулға алынғандарға юридик яҡтан ярҙам итәбеҙ һәм кешенең хоҡуғы һәм азатлығы сфераһында системалы үҙгәрештәр өҫтөндә эшләйбеҙ.

Сәйәси мотив буйынса ҡулға алыуҙар, эштән ҡыуыуҙар, һорау алыуҙар, тентеүҙәр һәм арестар Рәсәйҙә көн дә тиерлек булып тора. Быға паркты яҡлаусылар, алыҫ юлға йөрөүсе шофёрҙар, алданған өлөшсөләр, коррупция менән көрәшеүселәр, һайлаусылар, сәйәсмәндәр, әүҙем граждандар һәм шулай уҡ осраҡлы кешеләр ҙә юлыға. 2022 йылда репрессиялар шулай уҡ һуғышҡа ҡаршы сығыш яһаған кешеләргә лә ҡағылды.

Әгәр ҙә һеҙҙе урам акцияһында ҡулға алдылар, сәйәси ҡараштарығыҙ йә һуғышҡа ҡаршы булыуығыҙ өсөн эҙәрлекләйҙәр икән — ОВД-Инфоның хоҡуҡи ботына яҙығыҙ йәки беҙҙең ҡыҙыу номерға шылтыратығыҙ 8 800 707-05-28 .

Әгәр ҙә һеҙ ОВД-Инфо менән адвокат йә йәмәғәт яҡлаусыһы булараҡ хеҙмәттәшлек итергә теләйһегеҙ икән, зинһар, анкета тултырығыҙ. Әгәр һеҙҙең адвокат статусы йәки судта яҡлау тәжрибәһе бик юҡ икән, һеҙгә беҙҙең йәмәғәт яҡлаусыһы курсын.

үтергә тәҡдим итәбеҙ. 

  • Полиция хеҙмәткәрҙәренә ишекте асмаҫҡа яраймы?

    Эйе, ярай. Конституцияның 25-се статьяһына ярашлы, торлаҡ ҡағылғыһыҙ. Бер кемдең дә унда йәшәгән кешеләрҙең ихтыярына ҡаршы, тейешле суд ҡарары булмайынса инергә хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә был закон буйынса ҡаралған осраҡтарҙың береһе булмаһа. Улар «Полиция тураһында» закондың 15-се статьяһында яҙылған:

    • Граждандарҙың ғүмерен йәки уларҙың милкен ҡотҡарыу өсөн, граждандар хәүеҙлеген йәки күләмле болаларҙа һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йәмәғәт хәүеҙһеҙлеген булдырыу өсөн
    • Енәйәт башҡарыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алыу өсөн
    • Енәйәтте иҫкәртеү өсөн
    • Бәхетһеҙ осраҡтың шарттарын асыҡлау өсөн

    Ҡалған осраҡтарҙа полиция хеҙмәткәре тик һеҙҙең ризалыҡ менән генә һеҙҙең өйгә инә ала.

     

     

  • Нисек штраф түләргә һәм быны эшләмәгәндә нимә буласаҡ?

    Йәлеп ителеүсе штрафты суд ҡарары көскә ингән көндән алып йәки кисектереп тороу ваҡыты үткәндән алып 60 көн эсендә түләргә тейеш. Быны «Госуслуга» аша түгел, ә банк аша эшләү яҡшыраҡ: унда хаталар йышыраҡ була.Түләү тураһындағы квитанцияның күсермәһен мотлаҡ судҡа ебәрергә кәрәк.


    Штраф түләмәгән өсөн яза ҡаралған: беренсе штрафтан икеләтә ҙурыраҡ өҫтәлмә штраф, 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эш.

  • Нисек һеҙгә ҡаршы енәйәт эше асылыуы тураһында тикшерергә?
    • Әгәр ҙә эш ҡуҙғатыусы орган йә бүлек тураһында йәки уны эшкәртеүсе суд тураһында мәғлүмәт булһа, адвокат менән килешергә мөмкин. Ул адвокат запросы бирә йәки судта булған эш материалдары менән таныша ала. 
    • Үҙеңде МВД сайтындағы розыск базаһында эҙләргә мөмкин (бының өсөн айырым почта булдырығыҙ, хәүефһеҙерәк буласаҡ). Уңайлыраҡ альтернатива– «Медиазона» базаһы, тик эште яңыраҡ асҡандар икән, унда булмауығыҙ бар. Шуға ла иң яҡшыһы тегендә лә, бында ла тикшерергә кәрәк.
    • Шулай уҡ «Госуслуга"ла хөкөм ителеү йә уның булмауы тураһында белешмә биреүҙәрен һорарға мөмкин.Уны бер ай эсендә эшләргә тейештәр.Әгәр ҙә эш ҡуҙғатылған, тик судҡа барып етмәгән икән, белешмәлә Енәйәт Кодексының статья номерын күрһәтәсәктәр. Әгәр ҙә һеҙгә ҡаршы административ эш ҡуҙғатылған икән, документта был да күрһәтеләсәк.
    • Әгәр ҙә «экстремизм» һәм «терроризм» статьялары буйынса эш асыу ҡурҡынысы янай икән, үҙегеҙҙе Росфинмониторинг исемлегендә эҙләгеҙ. Унда шиклеләрҙе һәм ғәйепләнеүселәрҙе индерәләр. Исемлектең яңырыуын телеграмда күҙәтеп була.
    • Әгәр ҙә һеҙгә хөкөм сараһын һайлағандар икән, бының турала мәғлүмәтте йәшәгән урынығыҙ йәки Рәсәйҙәге прописка буйынса урынлашҡан судтың сайтында табырға мөмкин. Мәскәү судтарының сайтында уңайлы эҙләү бар. Башҡа ҡалаларҙың суд сайттарына айырым инергә тура киләсәк. Унда «Суд эштәре алып барыу» вкладкаһын табырға, «Эш буйынса мәғлүмәт эҙләү"гә күсергә,"Эҙләү картотекаһы һайланған» бүлегендә «Үҙгәртергә» төймәһенә баҫырға, «Материалдар буйынса эш алып барыу"ҙы һайларға һәм үҙ фамилияңды индерергә кәрәк.

     

    Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысулдарҙың береһе лә теүәл һөҙөмтә гарантиялай алмай.

Хоҡуҡи инструкциялар